Персональный сайт учителя истории Муллашева Расиха

Яңы йылға сценарий

07 февраля 2016

Зал уртаһында матур итеп биҙәлгән шыршы тора.

Яңы йыл көйҙәре яңғырай.

Алып барыусы. Хөрмәтле ҡунаҡтар! 2014 йыл Мәҙәниәт йылы билдәһе аҫтында үтте. Бөгөн, Яңы йыл кисендә, беҙ һеҙҙе мәҙәниәт донъяһына инергә саҡырабыҙ. Әйҙәгеҙ бергәләшеп башҡорт рухы менән һуғарылған сәйәхәткә сығайыҡ.

Шүрәле. Уф, арыным. Шәпмеһегеҙ. Туҡайҙы күрмәнегеҙме?

Ҡыш бабай. Юҡ. Ә нимә булды.

Шүрәле. Наҙайыл инде. Ҡулымды ошо бүрәнәнән ысҡындырам тип әйтеүенә инде бер былтыр түгел, биш былтыр уҙҙы. Һаман ысҡындырмай. Шул арҡала ипләп байрам итеп тә булмай.

Ҡыш бабай. Ҡана үҙем ысҡындырайым. Тик бер шартым бар. Шуны үтәһәң ярҙам итәм.

Шүрәле. Йә әйтә һал.

Ҡыш бабай. Туҡайҙың берәй шиғырын һөйләп күрһәт.

Шүрәле. Ҡайҙан беләйем мин. (Залға ҡарап) Ярҙам итегеҙ әле миңә.

Шүрәле. Һеҙ мин килгәндә нимә тураһында һөйләшә инегеҙ ул?

Ҡыш бабай. Беҙ, Шүрәле, Ватан, тарих, мәҙәниәт тураһында һүҙ алып барҙыҡ.

Шүрәле. О-о-о. Бик ҡыҙыҡ. Мин дә тыңлайым әле.

Ҡарһылыу. Олатай, беҙ Ватан тип һөйләйбеҙ ҙә ул, ә нимә була ул Ватан?

Ҡыш бабай.                     Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил

Рәшит Ниғмәти                Бына беҙ торған урын

Был ерҙә ғүмер кисергән

Атай-бабайҙар борон

Йырсылар торған был ерҙә

Сәсәндәр булған элек.

Ватандың нимә икәнен

Әйткәндәр былай тейеп

Салауат Юлаев               Ай Уралым, Уралым

Ҡарһылыу. Һеҙ Салауатмы әллә?

Салауат. Юҡ, мин Арыҫлан Мөбәрәков булам.

Ҡарһылыу. Ә ни өсөн бындай кейемдәһегеҙ?

Салауат. Анау Тавасиев тигән ағай, һәйкәл эшләйем тип тырыша бит. Шул кейенеп килергә ҡушҡайны. Ошолайтып ултырып хәлем бөттө.

 Шүрәле. Нимә, ул Салауаттың фотоһы юҡмы ни?

Салауат. Ул ваҡытта фотоға төшөрмәгәндәр шул.

Шүрәле. Портреты ла ҡалмағанмы ни?

Салауат. Ул ваҡытта мосолмандарҙы һүрәткә төшөрөргә ярамаған бит.

Шүрәле. Вәт һин уны! Бер һүҙ менән әйткәндә шәриғәт ҡорбандары ызначит. Тәк, минең бер таныш художнигым бар. Хәҙер саҡырам мин уны. Ҡасиииим! Ҡасииим!

(Ҡасим Дәүләткилдиев зәңгәр күлдәкле ҡыҙҙы эйәртеп керә.)

Ҡасим. Нимә булды?

Шүрәле. Мынауының һүрәтен эшлә әле!

Ҡасим. Ооо! Юҡ. Салауат Юлаевтың портретын эшләүгә ҙур талант кәрәк. Тем более минең эшем бар. Ошо ҡыҙҙың портретын эшләргә кәрәк.

Шүрәле. Дәә. Булманы.

Мәжит Ғафури. Бер аҙым алға баҫам да, әйләнәм мин артыма...

Шүрәле. Хи-хи-хи. Балаларҙың мәктәпкә барғанын ҡарап ултырҙың мәллә.

Ниғмәти. Ни эшләп балалар мәктәпкә улай барһын ул. Балалар мәктәпкә бара шатланып, дәртле баҫып.

Аҡмулла. Дөрөҫ әйтәһең Ниғмәти. Балаларға уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк.

Шүрәле. Кәрәкмәй ней! Әйҙә әле, уҡығандарын ҡарайыҡ.

Экзамен (скетч)

Ҡыш бабай. Эйе. Бындай белем менән Башҡортостанда йәшәп башҡорт булып йөрөүе оят инде. Ә башҡорт мәҙәниәтен белеү кәрәк. Мәҫәлән Фәйзи Ғәскәровтың бейеү ансамбле генә ни тора.

(бейеү)

Ҡарһылыу. Ә башҡорт йырҙары ни тиклем моңло! Тыңлаған һайын тыңлағы килә.

(йыр)

Шүрәле. Эй, мин балет ҡарарға яратам. Һеҙҙең балетығыҙ юҡ.

Рудольф Нуриев. Ни эшләп булмаһын ул.

Шүрәле. Әллә күҙемә күренде инде?

Ҡарһылыу. Юҡ, Шүрәле, Был – бөтә доньяға билдәле балетмейстер Рудольф Нуриев.

Шүрәле. Ә тағы ла билдәле бейеүселәрегеҙ бармы?

Ҡарһылыу. Рәхим ит. Францияны таң ҡалдырып ҡайтҡан бейеүсебеҙ – Рәшиҙә Туйсина.

“Зәһиҙә” бейеүе.

Аҡмулла. Дуҫтарым! Ошондай йыйында башҡорттар  борон-борондан сәсәнлектә ярышҡандар. Мин дә әйтешкә берәйһен саҡырырға уйлайым.

Мөхәммәтша Буранғол. Хөрмәтле Аҡмулла ағай. Миңә рөхсәт итәһегеҙме?

 

 

 

Аҡмулла. Әйҙә, әйҙә Буранғол. Рәхим итеп тыңла.

Яманға ҡаршы тулҡынған

Яуызға ҡаршы урғылған.

Донъяны матур төҙөгән,

Кешене мәңге биҙәгән.

Күккә лә осор әйбер ул,

Телдән дә төшмәҫ нәмә ул.

Нимә булыр әйт шуны,

Сәсән булһаң тап шуны.

 

Буранғол.          Донъяла мәңге ҡалыр эш –

Донъяны матур төҙөгән,

Кешене мәңге биҙәгән –

Ул да булһа яҡшылыҡ.

Күккә лә осор – яҡшылыҡ,

Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,

Утҡа ла янмаҫ – яҡшылыҡ.

Шүрәле. Һай, афариндар! Телдәре телгә йоҡмай бит әле ул.

Ҡарһылыу. Олатай, ә һин белмәйһеңме, ни өсөн был ауыл Имәндәш тип атала?

Ҡыш бабай. Ҡыҙым, был һорауға яуапты беҙгә Һәҙиә һеңлекәш яуап бирер ул.

Һәҙиә. Һаумыһығыҙ туғандар. Яңы йыл менән һеҙҙе!

Шүрәле. Һеҙ теге “Ырғыҙ”ҙы яҙған Һәҙиә Дәүләтшинамы әллә?

Һәҙиә. Эйе.

Шүрәле. Әле нимә яҙаһығыҙ.

Һәҙиә. Мин әле “Ер ҡыҙы” тигән әҫәремде яҙҙым. Был әҫәрҙә ошо Имәндәш яҡтары тураһында һүҙ бара. Нисек итеп ябай бер егеткә Ер ҡыҙы иман ташын табырға ярҙам итеүен күрһәттем.

Шүрәле. Миңә уҡырға биреп тораһығыҙмы?

Һәҙиә. Рәхим ит.

Шүрәле. У-у-у! Рәхмәт, рәхмәт.

Ҡыш бабай. Дуҫтарым! Беҙ һөйләшеү менән мауығып ваҡыттың уҙғанын да белмәй ҡалғанбыҙ бит. Башҡорттарҙың тоғро дуҫы Ат үҙенең бурысын намыҫ менән үтте. Ә хәҙер йылды яңы хужаға – Һарыҡҡа тапшырырға ваҡыт етте.

Ҡарһылыу. Ни өсөндөр Һарыҡ һаман килеп етә алмай. Ҡайҙа булды икән?

Шүрәле. Һарыҡтың ҡайҙа булғанын белһә Ғафури белә инде.

Ғафури. Һарығымдың ҡайҙалығын әйтмәһәгеҙ ...

(Ҡуян менән Һарыҡ сыға)

Ҡуян. Ҡыҙма, ҡыҙма Ғафури. Яланда аҙашып ҡалған һарыҡты ҡуян ашаған тип дан һаталар. Шуны эҙләп ваҡыт уҙҙы. Бына алып килдем һеҙгә дуҫтар, Яңы йылға яңы хужа!

Алып барыусы. Бөгөнгө йыйында беҙ күп кенә шәхестәребеҙ менән осрашыу бәхетенә ирештек. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди Туған.

Алып барыусы. Азатлыҡ көрәше йырсыһы Шәйехзада Бабич.

Алып барыусы. Башҡорт күңеленән ынйы йыйыусы Рәми Ғарипов.

Алып барыусы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим.

Алып барыусы. Яҡтыға әйҙәүсе яҙыусыбыҙ Зәйнәб Биишева.

Алып барыусы. Бөйөк Ватан һуғышында халыҡ бәхете өсөн көрәшкән шағир Мәлих Харис.

(Бөтә персонаждар теҙелешеп тора.

 Һөҙөмтәлә Р.С. Зәйнетдинов һәм Г.Г. Калитовтың “Ер рухы”

 картинаһы барлыҡҡа килә.)

 

Комментарии:

янгюзель
написано 23 декабря 2016 в 16:37:04
0
мне надо с животными

Ответить

Оставить комментарий: